

12 августа Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылында яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған сираттағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.Фельдшер-акушерлыҡ пункты Йәрмөхәмәт, Ҡаранйылға, Түбәнге Ҡаранйылға ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа 496 кеше йәшәй.
Йәрмөхәмәт фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле белгес, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Эльвира Фәрүәз ҡыҙы Нәғимова тәүге пациенттарын ҡабул итергә әҙер.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.