Милли проекттар
13 Август 2022, 07:00

Инәйҙәр ярҙам алды

Ҡубыяҙ ауылында йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләрҙе диспансерлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды.

Инәйҙәр ярҙам алдыИнәйҙәр ярҙам алды
Инәйҙәр ярҙам алды

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты ололарҙың тормош сифатын күтәреүгә һәм әүҙем оҙайлы ғүмер осорон арттырыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн алыҫ райондарҙа йәшәгән өлкәндәр ваҡытында медицина тикшеренеүе һәм скрининг үтергә тейеш.

Яңыраҡ Асҡын үҙәк район  дауаханаһы һәм психоневрология интернаты белгестәре Ҡубыяҙ ауылында йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләрҙе диспансерлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарҙы.  Белгестәр тарафынан лаборатор тикшереүҙәр, флюорография, маммография, электрокардиография үткәрелде. Ололарҙы невролог, окулист, гинеколог ҡабул итте. Һигеҙ кеше Асҡын үҙәк район дауаханаһына оҙатылды.

– Бындай берлектә ойошторолған тикшереүҙәр диспансерлаштырыу үткәреүҙә һәм сирҙәрҙе асыҡлауҙа  участка терапевтарының  эшен еңеләйтә.Үкенескә ҡаршы, бөтә өлкәндәр ҙә район үҙәгенә барып, медицина тикшереүе үтә һәм дауалана алмай – тине Асҡын дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Зөлфиә Әминева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

“Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Шуларҙың береһе – “Балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы” проекты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында”ғы  Указдың һигеҙ ҡарарын 2024 йылға үтәү бурысы тора.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас