

Бүздәк районының Сабанай ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул район үҙәгенән 26 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Яңы медицина пунктын асыуҙа район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев һәм Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Хажиев ҡатнашты.
Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Валерий Исхаҡов тантаналы шарттарҙа тырыш хеҙмәттәре, халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Зенфира Хафизоваға, Бүздәк ауыл хужалығы колледжы фельдшеры Миләүшә Сәмиғулловаға, Иҫке Аҡтау фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гүзәл Хәмитоваға, Уран ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Ирина Заһиҙуллинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тулҡынландырғыс шарттарҙа ал таҫманы киҫкәндән һуң, ҡунаҡтар медицина пунктын ҡараны.1992 йылда төҙөлгән иҫке пункт авария хәлендә булған. Хәҙер бында халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Тәүге медицина ярҙамын 123 кеше аласаҡ.2001 йылдан алып пунктҡа юғары квалификациялы категорияға эйә фельдшер Зенфира Хафизова етәкселек итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.