

Санитар авиация бригадаһының эшһеҙ торғаны юҡ. Ашығыс ярҙам талап ителгән осраҡтар республикала булып ҡына тора. Яңыраҡ санитар авиация вертолеты Бүздәк үҙәк район дауаханаһынан Республика тән бешеү үҙәгенә мунсала термик бешеү алған ҡатынды илтте.
Бүздәк үҙәк район дауаханаһы табиптары консилиумы бәләгә тарыған ҡатынды Өфө дауаханаһына илтергә ҡарар итә. Район дауаханаһы биләмәһендә санитар авиацияны ҡабул итеү өсөн вертолет майҙаны эшләнгән. Уны Бүздәк юл-төҙөлөш идаралығы ярҙамында төҙөгәндәр. Элек ул ауылдан сығыу урынында, асфальт һалынмаған майҙанда урынлашҡан булған.Был ауырыуҙар өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙырған.
Вертолет заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, бортта пациентҡа медицина ярҙамын тулы күләмдә күрһәтергә, реанимация сараларын үткәрергә мөмкинлек бирә. Хәҙер ҡатындың хәле һәйбәтләнгән, үҙен һәйбәт тоя, ти табиптар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.