

Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Хеҙмәте етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” (национальные проекты “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”, “Повышение производительности труда и поддержка занятости”) ярашлы, ҡалала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан хеҙмәт етештереүсәнлеген арттарыу/ Һаҡсыл етештереү” белем биреү тренингы булды.
Тренингты хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм бизнестың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн яңы эш башлаған һәм күптән эшләгән йүнселдәр өсөн “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” корпорацияһы әҙерләне.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Яна Усманова “Минең бизнесым” коворкинг үҙәге нигеҙендә осрашыу ойошторҙо. Уҡытыу программаһын Өфө ҡалаһынан спикер Гарифулина Вера бушлай үткәрҙе.
Тренингта эшҡыуарҙар етештереүҙә юғалтыуҙарҙы асыҡларға, предприятие эшмәкәрлегендә һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланырға, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу резервтарын, шәхси бизнес шарттарында һаҡсыл етештереү принциптарын һөҙөмтәле файҙаланырға өйрәнде. Улар шулай уҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм һаҡсыл етештереүҙең “аҙ сығым менән күпте эшләргә һәм ҡулланыусы теләгән сифатлы продукция сығарырға” тигән төп принцибын үҙләштерҙе.
Сара аҙағында һәр йүнсел һаҡсыл етештереү алымын ҡулланып, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар планын төҙөнө.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/298831
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)