

Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” булды.
Комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге ҡала паркында балалар өсөн йәмәғәт туҡланыуы урынын асырға ниәтләй. Кәңәшмәлә паркта күсмә сауҙа объектын урынлаштырыу, инженерлыҡ инфраструктураһы һәм паркты төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде.
Мир Мөхөтдинов яңы проект – татуаж студияһы асыу тураһында һөйләне. Ул шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алырға ниәтләй. Кәңәшмәлә проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеге һәм уны субсидиялауҙың маҡсатҡа ярашлылығы буйынса фекер алыштылар.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Салауат Фәрхетдинов кәзә үрсетә, кәзә һөтө һәм унан районда киң танылыу яулаған “Батыр” ҡымыҙын етештерә. Йүнсел был шифалы эсемлекте үҙенең цехында яһай һәм дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларына оҙата. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Благовещен ҡалаһында фермер продукцияһын: ҡымыҙ, һөт, сыр һатыу өсөн стационар булмаған сауҙа объектын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды.
Кирилл Волков иһә пенополистиролдан йылылыҡты изоляциялау плитәләре етештереү проектын тәҡдим итте. Уны йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тикшерелде.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/298333
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)