

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлөлә халыҡты йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡтан күсереү өсөн тәғәйенләнгән Ф. Зайлалов урамындағы 6-сы йорт төҙөлөшө тамамланып килә. Авария хәлендәге алты йорттан 74 ғаилә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, дүртенсе квартал башында өй туйларға әҙерләнә.
“Республикабыҙҙа граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөһим йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡты кәметеү йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ. Йыл аҙағына тиклем йәнә 700 кешене яңы торлаҡҡа күсереү планлаштырыла”, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Әле Дүртөйлөлә төҙөлөш графикҡа ярашлы бара. А һәм Б секцияларында эске биҙәү, сантехника приборҙары, тәҙрәләр ҡуйыу эштәре башҡарыла, электромонтажлау ғәмәлдәренең беренсе этабы тамамлана. Йортто файҙаланыуға тапшырыу өсөн эштең 20 проценты ҡалған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/299061