

Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҫеше үҙәгенең “Лидер мәктәбе” берекмәһе ирекмәндәр командаһы “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең мәктәп отрядтары өсөн “Суперкоманда-2022” асыҡ республика конкурсының еңеүселәре булды. Конкурс “Еңеүгә ҡарай алға!” белем биреү форумы” проекты һәм “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Рәсәй Федерацияһының граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Шулай уҡ был саралар ил президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итте.
Конкурс ике этапта, 1 февралдән алып 25 июнгә тиклем уҙғарылды. Рәсәйҙең 23 төбәгенән барлығы 75 мәктәп отряды ҡатнашты.
Тәүге белем биреү этабында аҙна һайын отряд етәкселәре вебинар форматында оҫталыҡ дәрестәре үтте, балалар уҡытыу дәрестәрендә булды. Һәр вебинар һөҙөмтәләре буйынса бирелгән эштәрҙе үтәп, социаль селтәрҙәр биттәренә һәм төркөмдәргә илһөйәрлек йүнәлешендәге постар ҡуйылды. Мәҫәлән, үҙҙәренең ғаиләһенең тарихын өйрәнеп, герой тип һаналған берәй туғаны тураһында яҙма әҙерләнеләр. Балалар шулай уҡ илдең геройҙары тип иҫәпләгән спортсылар тураһында ла мәҡәләләр яҙҙы: футболсылар, йөҙөүселәр, хоккейсылар, фигуралы шыуыусылар хаҡында.
6-11 класс уҡыусылары өсөн Рәсәй Геройҙарына арнап тарихи квест әҙерләү һәм үткәреү - конкурстың төп маҡсаты булып торҙо.
Балалар һәм үҫмерҙәр ижад үҫеше үҙәгенән туғыҙ әүҙем тәрбиәләнеүсенән торған команда районды күрһәтте. Улар үҙҙәре “Ҡала – геройҙар” темаһына квест ойошторҙо, ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ил һаҡсыларының батырлығы менән танышты.
Ҡуйылған һынауҙарҙы үтеп уҡыусылар 100 балдан 96 балл йыйҙы, илдең 75 мәктәп отрядтары командаһы араһында беренсе урын яуланылар.
Дүртөйлө командаһы ҡатнашыусылары ла “Суперкоманда-2022” конкурсы тураһында тәьҫораттары менән бүлеште.
Уға башҡа уҡыусылар ҙа ҡушылды.
Фото: ГТРК “Башкортостан”
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан