Милли проекттар
16 Август 2022, 11:45

“Көн дә үҙгәрештәр күҙгә ташлана”

Проспектта төҙөкләндереү эшен октябргә тамамлау планлаштырыла

“Көн дә үҙгәрештәр күҙгә ташлана”“Көн дә үҙгәрештәр күҙгә ташлана”
“Көн дә үҙгәрештәр күҙгә ташлана”

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалалағы Ленин проспектында өсөнсө ай эш ҡайнай. Үҙәк урам ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә: бөтә ерҙә ҡом, ҡырсын өйөмдәре, бордюр таштары. Урындағы халыҡтың күпселеге был үҙгәрештәрҙе иғтибар менән күҙәтеп бара.

“Проспектты үҙгәртеп ҡороу өсөн тауыш биргәйнем, – ти 54 йәшлек Валентина Егорова. – Шуға күрә проспектта барған бөтә эш менән даими ҡыҙыҡһынам. Был урамдан көнөнә ике тапҡыр үтәм һәм һәр ваҡыт үҙгәрештәр күҙгә ташлана”.

Әйткәндәй, Ленин проспектын төрлө подрядсылар төҙөкләндерә. Улар “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы нигеҙендә эш итә. Йәйәүлеләр өсөн уңайлы тротуарҙары, велосипед юлдары, балалар майҙансыҡтары булған яңы йәмәғәт киңлеген әле үк төҫмөрләргә мөмкин.

Проспектта төҙөкләндереү эшен октябргә тамамлау планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, Туймазының төп урамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) нигеҙендә яңыртыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/299376

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/299376

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас