Милли проекттар
16 Август 2022, 05:15

Санавиация йәнә ярҙамға килде

Ауырлы ҡатындарҙың икеһен дә ашығыс рәүештә республика клиник дауаханаһына илтергә ҡарар ителә...  

Санавиация  йәнә ярҙамға килдеСанавиация  йәнә ярҙамға килде
Санавиация йәнә ярҙамға килде

Өфөгә Мәсәғүт ауылы дауаханаһынан санитар авиация вертолеты ярҙамында ике ауырлы ҡатынды килтерергә тура килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пациенттарға ярҙам итеү өсөн Мәсәғүт дауаханаһына  Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан акушер-гинеколог Александр Сидоров барған.

Пациенттарҙың хәлен тикшергәндән һуң уларҙы ашығыс рәүештә республика клиник дауаханаһына илтергә ҡарар ителә.  Санитар авиация алыҫ райондарҙан, төпкөл ауылдарҙан ауырыуҙарҙы ашығыс ярҙам талап ителгән осраҡтарҙа дауаханаларға тиҙерәк алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Вертолет бортында пациентты  дауаханаға алып барып еткергәнгә тиклем күҙәтеүсе, ярҙам күрһәтеүсе табиптар бар.

Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу  һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас