+21 °С
Болотло


Башҡортостан Республикаһының Дәүләт юстиция комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Баҡалы районында йыл башынан йөҙөнсө бала донъяға килгән.
Бәхетле ғаилә - Баҡалы ауылынан. Раушания һәм Юнир Мусиндарҙың ҡыҙҙары тыуған, ғаиләлә тағы ла ике өлкән ҡыҙ – Каролина һәм Йәсминә бар. Бәләкәскә ата-әсәһе Айдан тип исем ҡушҡан.
Йәш ата-әсәгә сабый тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылған.