

Әбйәлил районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты нигеҙендә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Рәсәй экспорт үҙәге делегацияһы Әбйәлил районындағы өс предприятиеның эше менән танышты.
“Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводында эш төркөмө вәкилдәре етештерелгән продукцияны экспортҡа сығарыу буйынса ярҙам программалары тураһында һөйләне. Завод буйлап экскурсияла уларға етештереү цехтарын, лабораторияларҙы, әҙер продукцияны һаҡлау келәттәрен күрһәттеләр.
Артабан делегация “Реса” сауҙа йортона юлланды. Ул иген һаҡлау һәм һатыу менән шөғөлләнә. Элеватор етәкселеген дәүләттән күрһәтелгән ярҙам саралары менән таныштырҙылар. Эш төркөмө вәкилдәре уларға иген продукцияһына арналған даими халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм экспозицияларҙа ҡатнашырға тәҡдим итте.
“ӘбйәлилУрман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағас материалдар һәм күмер етештерә. Ойошманың үҙ продукцияһын сит илгә оҙатыу тәжрибәһе бар. Әле етештерелгән продукция эске баҙарҙа һатыла. Тиҙҙән яңы мейес сафҡа индерелгәс, ағас күмерен етештереү күләмен арттырыу планлаштырыла. “Ашығыс экспорт ярҙамы” төркөмөнөң тәҡдимдәре һәм хеҙмәттәре предприятие етәкселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Мәғлүм булыуынса, республикала экспортҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/299437
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/299437