

Нефтекаманың үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһы яңырғандан-яңыра, матди-техник базаһы ҡорамалдарға байый. Һуңғы ваҡытта эритроциттар ултырыуы тиҙлегенә анализ алыу автоматлаштырылған, бының өсөн Ves-Matig CUBE 200 ҡорамалы алынған.
Был прибор автоматлаштырылған режимда оптик ысул менән сәғәтенә 190 тестҡа тиклем күрһәткестәрҙе иҫәпләй. Шулай уҡ автоматлаштырылған ҡан төркөмө анализаторы индерелде. Ул бик күп тикшеренеүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Нефтекама дауаханаһы Sysmex Corporation компанияһы етештергән приборҙар менән тулыландырылды. Анализатор элек махсус лабораторияларҙа ғына асыҡлау мөмкин булған өҫтәмә ҡан анализдарын алырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, лейкоз диагностикаһын.
Иң ныҡ көтөп алынған күңелле ваҡиға – AutoMate өлгөләрен сортҡа айырыу станцияһын яңыртыу. Ул бик күп ғәмәлдәрҙе автоматлаштырырға ярҙам итә, лаборатория хеҙмәткәрҙәрен түбән квалификациялы эштән бушата. Баш табип Морат Авзаловтың әйтеүенсә, бындай эштән бушатылған хеҙмәткәрҙәр сифат контроле системаһына, һөҙөмтәләрҙе баһалауға ҙурыраҡ иғтибар бирә, был үҙ йәһәтендә хаталаныуҙарҙы кәметергә, патологияларҙы ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.