

Асҡарҙың Көнсығыш-1 биҫтәһендә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән бергә 640 урынлыҡ мәктәп төҙөү планлаштырыла.
Белем биреү учреждениеһы сафҡа инеү менән район үҙәгенең ике мәктәбендә уҡыусылар һанын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проектына ярашлы финанслана. Контракттың башланғыс хаҡы - 677,3 миллион һум. Шуның 136,7 миллионын федераль бюджет субсидия ҡаплай, 540,6 миллионын республика бүләсәк.
Мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу 2023 йылдың октябрь аҙағына билдәләнгән.
Фото һәм текст сығанағы: "Осҡон" гәзите.