

Башҡортостанда “Пангея” йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) милли проектына 139-сы ҡатнашыусы булып ҡушылды.
Килешеүгә БР Хөкүмәте Премьер-министры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.
“Пангея” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - эре күмәртәләп һатыу компанияһы, көндәлек аҙыҡ-түлек менән сауҙа итә. Федераль һәм төбәк сауҙа селтәрҙәренә фасовкаланған шәкәр, рафинад һата.
- Проектта ҡатнашыу предприятиеларға үҙ эштәренә эксперттар күҙлегенән ҡарарға, юғалтыуҙарҙы бөтөрөргә, эш процестарын оптималләштерергә, яңы баҙарҙарға сығырға мөмкинлек бирә. Һаҡсыл етештереүсәнлек инструменттарын индереү продукцияның хаҡын кәметергә, предприятиеның көнәркәшлеккә һәләтлелеген һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияларын арттырырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта эшселәрҙе уҡытыуға һәм һаҡсыл етештереүсәнлек проекттарын индереүгә бөтә сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә дәүләт ала, - ти Рөстәм Моратов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан