Милли проекттар
18 Август 2022, 10:15

Томограф эш барышын еңеләйтәсәк

Яңы компьютер аппараты нур терапияһын үткәргәндә сәләмәт туҡымаларҙы зарарламай

Томограф эш барышын еңеләйтәсәкТомограф эш барышын еңеләйтәсәк
Томограф эш барышын еңеләйтәсәк

Республика клиник  онкология дауаханаһында яңы SOMATOM Confidenge компьютер томографы урынлаштырылды. Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы һатып алынған. Томограф нур терапияһы үткәргәндә  кәрәк булған бөтә тейешле функцияларға эйә.

Яңы ҡорамал персонлаштырылған медицина һүрәттәрен  эшләй, ә улар ярҙамында шеш сиктәрен һәм хәүеф аҫтындағы ағзаларҙы  асыҡ билдәләп була. Эш барышы дауамында  радиотерапия теүәллеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән яңы аппарат кәрәкмәгән эш этаптарын, хаталар сығанаҡтарын ҡыҫҡарта.

– Яңы компьютер аппараты нур терапияһын үткәргәндә сәләмәт туҡымаларҙы зарарламай,  нәҡ сирле урынға ғына тәьҫир итә, – ти Республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас