

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Полимак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) ҡушылды. Хәҙер республикала был проектта 140 предприятие ҡатнаша.
“Полимак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 13 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә булған геосинтетик материалдар етештереү заводы ул. Компания геомембрана, георәшәткә, дренаж композит, геотуҡыма, биналар, юл, һыу ҡоролмалары, көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары полигондары төҙөлөшөндә ҡулланылған юл сеткаһы сығара.
Мәғлүм булыуынса, проектта ҡатнашҡан предприятиеларға Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу буйынса бушлай методологик ярҙам күрһәтә. Уларға Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондының льготалы займ рәүешендә лә финанс ярҙамы ҡаралған, инвестиция сығымын һалым ставкаһын кәметеү иҫәбенә ҡаплау мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, предприятиелар “Етештереү лидерҙары” программаһы буйынса идара итеү һәләтен күтәрә, экспорт мөмкинлектәрен киңәйтә һәм “Экспорт үҫеше акселераторы” программаһы буйынса тышҡы баҙарға сыға, рационализаторлыҡ проекттарын төҙөүҙә ҡатнаша ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/300979
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/300979