Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Август 2022, 14:15

Йәнә биш “Үҫеш биләмәһе” асыла

Улар ниндәй ҡала, райондарҙа урынлаша?

Йәнә биш “Үҫеш биләмәһе” асыла
Йәнә биш “Үҫеш биләмәһе” асыла

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл көҙ республикала “Үҫеш биләмәһе. Өр-яңы хәрәкәт” проектының яңы миҙгеле башлана. Мәғлүм булыуынса, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм төбәктәрҙәге һәләттәрен үҫтерергә теләгән уҡыусыларҙы берләштерә.

Был проект Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Күмертау, Межгорье һәм Ағиҙел ҡалаларындағы, Өфөнөң ете районындағы 15 резиденцияла балаларға һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирҙе. Сентябрҙә тағы ла биш районда “Үҫеш биләмәһе” асыла.

Әле проектты ойоштороусылар яңы миҙгелгә әҙерләнә. Улар резиденциялар асыуға дәғүә иткән муниципаль берәмектәрҙән 24 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул итә. Төп саралар быйыл октябрҙән киләһе йылдың майына тиклем дауам итә.

Әйткәндәй, был проект “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының Попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың башланғысы менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/301136

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/301136

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: