

БР Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә РФ Хөкүмәте етештереүсе кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеү маҡсатында яңы программаны ғәмәлгә индерә башлай.
“Бизнестың ташламалы кредиттарға ҙур ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алғанда, бындай программалар бик көнүҙәк. Программа эшҡыуарҙарға етештереүҙе үҫтерергә, яңыларын асырға этәргес буласаҡ”, - тип билдәләне БР Премьер-министр урынбаҫары – БР финанстар министры Лира Иғтисамова.
Эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, логистика һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендә эшләүсе урта һәм кесе предприятиеларға инвестиция маҡсатында кредиттар алыу мөмкин буласаҡ.
Предприятиелар яңы етештереүҙе юлға һалыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн 10 йылға инвестиция кредиты аласаҡ. Урта бизнес өсөн ставка – 3, кесе һәм микробизнес өсөн 4,5 процент тәшкил итәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан