Милли проекттар
19 Август 2022, 09:15

Бөйөк шәхес хаҡында бөйөк асыш

“Туполев” авиация проектлау-конструкторлыҡ бюроһына 100 йыл тула.

Бөйөк шәхес хаҡында бөйөк асышБөйөк шәхес хаҡында бөйөк асыш
Бөйөк шәхес хаҡында бөйөк асыш

Быйыл Рәсәйҙең “Туполев” авиация проектлау-конструкторлыҡ бюроһына 100 йыл тула. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл ошо иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Байрам 22 октябрҙә була.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһындағы 5-се үҫмерҙәр китапханаһында “Рәсәйҙең ҡанаттары” ватансылыҡ дәресе үткәрелде. Унда балаларға авиацияның үҫеше, ватан аваиация сәнәғәтенең ҡаҙаныштары тураһында һөйләнеләр. Балалар заманса самолеттар эшләү тармағына нигеҙ һалған мәшһүр совет авиаконструкторы Андрей Николаевич Туполев хаҡында күп нимә белде. Улар сарала әүҙем ҡатнашты, “Бөйөк шәхес, бөйөк асыш” викторинаһы һорауҙарына яуап бирҙе, яуаптарҙы әҙәби витриналағы китаптарҙан эҙләне.

Баш китапханасы Лиза Ғабдрахманова әйтеүенсә, үткәнебеҙҙе, ил үҫешенә тос өлөш индергән батырҙар тарихын белеү йәштәргә киләсәккә ышаныслы ҡарарға булышлыҡ итәсәк, улар ҡаһармандар хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлаясаҡ.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/300979

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/300979

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас