Милли проекттар
19 Август 2022, 12:15

Дүрт ҡалабыҙ - Рәсәй конкурсы еңеүселәре

Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй төбәктәренән 280 ғариза килгән.

Дүрт ҡалабыҙ - Рәсәй конкурсы еңеүселәреДүрт ҡалабыҙ - Рәсәй конкурсы еңеүселәре
Дүрт ҡалабыҙ - Рәсәй конкурсы еңеүселәре

18-19 августа Тамбов ҡалаһында кесе ҡалалар һәм тарихи ултыраҡтар форумы менән бергә “Йәшәү өсөн мөхит” форумы ла ойошторолдо.

Сарала кесе ҡалалар һәм тарихи ултыраҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың VI Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. 2022 йылда Башҡортостандан дүрт ҡала еңеүсе тип танылды: Ағиҙел ҡалаһы, “Инештән бөгөнгө заманға – Апаиш буйын тергеҙеү проекты”; Дүртөйлө ҡалаһы, “Дүртөйлө ҡалаһы. Башҡортостандың йылға ҡапҡаһы” проекты; Ишембай ҡалаһы, “Ишембай ҡалаһының йөрәге – үҙәк паркты тергеҙеү” проекты; Яңауыл ҡалаһы, “Кесе ҡала мәҙәниәте: Яңауылдың үҙәген әүҙемләштереү проекты”.

Конкурс “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2018 йылдан башлап үткәрелә. Унда халыҡ һаны 100 меңгә тиклем тәшкил иткән ҡалалар һәм тирихи ултыраҡтар ҡатнаша.

2022 йылда конкурста ҡатнашыуға Рәсәй төбәктәренән 280 ғариза ҡабул ителә. Башҡортостандан ете проект ҡатнаша, шуларҙың дүртәүһе еңеп сыға.

VI Бөтә Рәсәй конкурсының приз фонды 10 миллиард һум тәшкил итә, ул 160 еңеүсе проектҡа бүлеп биреләсәк. Башҡортостан ҡалалары бөтәһе 335 миллион һум яулай: Ишембай – 95 миллион һум, Ағиҙел – 70 миллион һум, Дүртөйлө һәм Яңауыл ҡалалары 85-әр миллион һумға лайыҡ була.

Ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ошолай тип яҙҙы:

“Ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы күркәмләндереү эшен дауам итәбеҙ. Сираттағы ҡаҙанышыбыҙ - кесе ҡалалар һәм тарихи ултыраҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың VI Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан дүрт ҡала еңеүсе тип танылды.

Конкурсҡа проекттарҙы әҙерләүсе муниципалитеттар командаларына, Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институтына, йәмәғәтселәргә, халыҡҡа ҙур рәхмәт.

Шуныһы мөһим – быйылғы еңеүселәрҙең был ҡаҙаныштары тәүге түгел. Уларҙа уңайлы, заманса йәмәғәт урындары бар, хәҙер яңылары барлыҡҡа киләсәк.

2019 йылдан федераль конкурста 17 ҡалабыҙ һәм өс тарихи ултырағыбыҙ еңеүсе булды. Был республикаға һәммәһе 1,8 миллиард һум аҡса йәлеп итте. Ҡайҙалыр төҙөлөш тамамланған, ҡала халҡы рәхәтләнеп яңы парктарҙа, майҙансыҡтарҙа ял итә, ҡайҙалыр төҙөлөш дауам итә. Республикабыҙ ҡалаларын уңайлы һәм төҙөк итеү маҡсатына яйлап ирешәбеҙ”, - тип яҙҙы республика Башлығы.

Сығанаҡ һәм фото: https://irgrb.ru/tpost/6xzydkflk1-4-goroda-bashkortostana-viigrali-vo-vser

Автор:Римма Султанова
Читайте нас