

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы маммограф алды.
Маммограф ҡорамалы һөт биҙҙәренең лимфа төйөндәрен диагностикалау һәм һөт биҙҙәренә рентгенография үткәреү өсөн файҙаланыла. Ул аҙ ғына нурланыш һөҙөмтәһендә юғары сифатлы һүрәттәр алырға ярҙам итә. Белгес тикшереү үткәргәндән һуң шештәрҙең урынын, ҙурлығын, характерын билдәләй.
Табип-рентгенолог Рәсим Инсаф улы Ғилметдинов әйтеүенсә, ҡорамал иҫкәртеү тикшеренеүҙәре ваҡытында киң күләмдә скрининг үткәрергә ярҙам итә. Пациенттың тән туҡымаһындағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә асыҡлай. Ҡорамал ярҙамында бәләкәй шештәрҙе иртә стадияла диагностикалап була, ул өҫтәмә ҡорамал менән берлектә биопсия үткәреүҙә файҙаланыла.
Баш табип урынбаҫары Айрат Ғәлимйәнов һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы проблемаларын хәл итеүгә етди иғтибар биргән ил һәм республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. ”Халҡыбыҙ оҙаҡ һәм шатлыҡ кисереп, хәстәрлекте һәм ярҙамды тойоп йәшәһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Артабан да тәүге медик-санитария ярҙамы эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ”,– тип белдерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.