Милли проекттар
19 Август 2022, 06:45

Округта – икенсе, илдә етенсе урынды биләйбеҙ

Рәсәйҙең 77 төбәгендә торлаҡты сафҡа индереү ваҡытынан алда бара, тип хәбәр итте Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.

Округта – икенсе, илдә етенсе урынды биләйбеҙОкругта – икенсе, илдә етенсе урынды биләйбеҙ
Округта – икенсе, илдә етенсе урынды биләйбеҙ

Марат Хөснуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1 авгусҡа 22,5 миллион квадрат метр майҙанда күп фатирлы йорт төҙөлгән. Был, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 15,7 процентҡа күберәк. 2022 йыл башынан Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә барлығы 60,6 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа ингән. Шәхси торлаҡ төҙөлөшө тармағында һиҙелерлек үҫеш күҙәтелә (56 процент).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында - икенсе һәм Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды биләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, быйыл ярты йылда 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ һалынған, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: proprikol.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас