Милли проекттар
19 Август 2022, 13:30

Өс литр йүкә балы – 2500 һум

Йәрминкәгә күрше райондарҙан да умартасылар килде.

Өс литр йүкә балы – 2500 һумӨс литр йүкә балы – 2500 һум
Өс литр йүкә балы – 2500 һум

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Туймазыла үткән бал йәрминкәһендә тиҫтәләрсә литр ошо татлы ла, шифалы ла ризыҡ һатылды. Йәрминкәгә күрше райондарҙан да умартасылар сауҙа итергә килгәйне.

Умартасылар нәҫеленән Илгиз Ибраһимов Ишембай районынан. Ҡортсолоҡ менән 40 йыл шөғөлләнә һәм татлы ризыҡтың хаҡын белә. Өс литр йүкә балын ул 2500 һумға һата.

– Умарталығымда – 100 күс, – ти ул. – Уларҙың һанын арттырырға ла булыр ине, тик һатыу итеүгә бәйле ҡыйынлыҡ бар. Хәҙер конкурентлыҡ көслө, шуға күрә бал һатыу өсөн күрше райондарға ғына түгел, республиканан ситкә лә сығырға тура килә.

Михаил Стерехов продукцияһын Архангел районынан алып килгән. Йүкә, ҡарабойҙай балынан тыш, ул ҡырағай бал да тәҡдим итә. Умартасы әйтеүенсә, ул солоҡсолоҡҡа алмашҡа килгән түмәр умартасылығы менән дә шөғөлләнә.

Йәрминкәлә Туймазы районының Иманғол ауылынан Радмир Зәйнуллин ҡатнашты. Уның умарталығында 250 күс иҫәпләнә.  

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/299395

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/299395

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас