

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы Иҫке Собханғол ауылында “Бөрйән балы” тип исемләнгән бал йәрминкәһе булып үтте. Сарала "Иң тәмле бал”, “Ҡортсолоҡ продукттары нигеҙендә әҙерләнгән аш-һыу” тигән конкурстар ойошторолдо.
Район мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары байрам концерты әҙерләгән ине.
Умартасылар халыҡҡа йүкә, сәскә, солоҡ балы, бал балы тәҡдим итте. Сәскә һеркәһе, ҡорт елеме, балауыҙ һатты. “Бөрйән балы – беҙҙең ғорурлыҡ, ул бөтә донъяға танылған. Бөгөнгө байрам умартасыларға балдарын һатырға, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итте”, - тине Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан