

Тиҙҙән Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Ул”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. ФАП-ты август аҙағында асыу планлаштырыла.
- Яңы ФАП-тың нигеҙен июль айында һала башланылар. Быға тиклем медицина пункты ике фатирлы йорттоң бер яғында булды. Уның тәҙрәләре ныҡ иҫке ине, түбәһе төшә башлағас, медицина учреждениеһын ауылдың күп функциялы мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһенә күсерҙеләр һәм унда эшләүемә өс йыл булып та китте, - ти Мәмбәт ауылы фельдшеры Фәрзәнә Ҡәйепова.
Фәрзәнә Ҡәйепова Сибай медицина училищеһын тамамлаған, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алты йыл эшләй. Бөтәһе ауылда 500-гә яҡын кеше иҫәптә тора, 18 йәшкә тиклемге 118 бала булһа, 60 йәштән өлкәндәр һаны - 67.
Тиҙҙән сафҡа инәсәк өр-яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында бар уңайлыҡтар тыуҙырылған: фельдшер, акушер, процедуралар эшләү, балаларҙы ҡабул итеү бүлмәләре ҡаралған, йылы һыу, бәҙрәф бүлмәһе эстә буласаҡ, электр уты менән йылытыласаҡ, интернет үтәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.