

Йәрмәкәй районының Иҫке Сүлле ауылында ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Медицина учреждениеһында халыҡ һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Ҡорамалдар ҙа, йыһаздар ҙа өр-яңы. Һыу һәм канализация системалары үткәрелгән. ФАП-тың тирә-яғын төҙөкләндереүҙә район хакимиәте ярҙам күрһәткән. Биләмәне ҡойма менән уратып алғандар, бетондан юл һалғандар. Ауыл хужалығы предприятелары, ауылдаштар биләмәне гөл баҡсаһына әүерелдергән. Иҫке Сүлле медицина пункты ике ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк.Тәжрибәле фельдшер Миләүшә Исхаҡова оҙаҡламай тәүге пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ.
Яңы пунктты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, ауыл советы хакимиәте башлығы Рәсүл Абдуллин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов, медицина хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандар ҡатнашты.
– Бөгөнгө ваҡиға Иҫке Сүлле халҡы өсөн генә түгел, бөтә район кешеләре өсөн шатлыҡлы. Беҙҙең район өсөн был беренсе модулле ФАП. Артабан бындай медицина пункттары башҡа ауылдарҙа ла төҙөләсәк, - тине район хакимиәте башлығы Илшат Райманов.
Ауылдаштар әйтеүенсә, медицина учреждениеһы үҙенең элекке тарихи урынына кире ҡайтҡан. Бөтә уңайлыҡтары булған, заманса яңы ФАП-ты улар көтөп алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.