Милли проекттар
21 Август 2022, 10:30

Яңы ФАП асылды

 Бүздәк районы Сабанай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Яңы ФАП асылдыЯңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды

 Бүздәк районы Сабанай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул   «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты нигеҙендә барлыҡҡа килде.

Сабанай фельдшер-акушерлыҡ пункты 120-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың унауһы — балалар.

«Ошо фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу табипҡа тиклем медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, сирҙәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ халыҡты диспансерлаштырыу менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек бирер тип ышанам. Сабанайҙарға ныҡлы һаулыҡ теләйем, ә беҙ уны һаҡлау өсөн шарттар булдырырға тырыштыҡ», — тип билдәләне Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев ошо пунктты асыу тантанаһында.

Бүздәк районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Сабанайҙағы элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты авария хәлендә булған. Хәҙер бында халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өсөн бөтә тейешле шарттар ҙа бар.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: bashinform.ru.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас