

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең май указы менән иғлан иткән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында йәшәгән оҙон ғүмерлеләрҙең олпат юбилейҙарын билдәләү, уларҙы ҡотлау матур йолаға әйләнгән.
Ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшен билдәләгән Йомабикә Игебаеваны юбилейы менән ҡотларға Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов килгән.
Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында йәшәгән Йомабикә Әхтәм ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын 25 ейән-ейәнсәре, 28 бүлә-бүләсәре һәм балалары араһында ҡаршы ала. Шундай байрамы менән ҡотлап, уға балалары именлек кенә теләп ҡалмай, ә һәйбәт кешеләр итеп үҫтергәне, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғаны, эшкә өйрәткәне һәм уларға атай ҙа, әсәй ҙә урынына булғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтен дә белдерә.
– Беҙҙең районда оло быуын вәкилдәрен өйҙәренә барып ҡотлау, бүләкләү кеүек матур йола бар. Һеҙҙе лә бөгөнгө матур байрамығыҙ – 90 йәшлек оло юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ауыр бала саҡ йылдарын күргән һеҙҙең быуын бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең, киләсәгебеҙҙең, яҡты, тыныс булыуына ҙур өлөш индергән. Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, башҡарған эштәрегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Борис Николаевич.
Йомабикә Игебаева - бәләкәйҙән колхоз-совхоз эшендә эшләп нығынып үҫкән быуын вәкилдәренең береһе. Хәйбулла районының Бүребай шахтаһында эшләгән. Медицина пунктында санитарка ла булырға тура килгән. 11 бала тәрбиәләп үҫтергән күп балалы әсә “Әсәлек даны”, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалдары менән наградланған.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото Борис Мелкоедовтың “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан