Милли проекттар
22 Август 2022, 09:00

400-гә яҡын предприятие хеҙмәткәрҙәргә байыны

Программала ҡатнашҡан 1,8 мең кеше яңы һөнәргә эйә булған.

400-гә яҡын предприятие хеҙмәткәрҙәргә байыны400-гә яҡын предприятие хеҙмәткәрҙәргә байыны
400-гә яҡын предприятие хеҙмәткәрҙәргә байыны

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикалағы 380-дән ашыу компания Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының  (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы, махсус уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан граждандарҙың мәшғүллеген тәьмин итте. Эшкә урынлаштырыу уҡыусылар, мәғариф ойошмаһы һәм эш биреүсе араһында төҙөлгән өс яҡлы килешеү нигеҙендә гарантиялана. Бындай алым хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу хәүефен кәметергә, шулай уҡ төбәктәге эш биреүселәренең кадрҙарға ихтыяжын ваҡытында ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә.

– Башҡортостан федераль проект нигеҙендә белемен камиллаштырған граждандарҙың һаны буйынса федераль рейтингта өсөнсө урынды биләй. Йыл башынан алып өс меңдән ашыу кеше уҡыуға йүнәлтмә алған, программала ҡатнашҡан 1,8 мең кеше яңы һөнәри компетенцияға эйә булған. Ошондай саралар һөҙөмтәһендә эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны өс меңгә кәмегән, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Әйткәндәй, “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы, яңы һөнәр алған кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу һәм социаль яраҡлаштырыу йәһәтенән “Альтернатива” йәмғиәте, “Башфармация” предприятиеһы, “Благовар” ҡулланыусылар кооперативы, “Изгелек донъяһы”, “Булышлыҡ итеү” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре, “Альтаир” йәмғиәте, «Нефтехим» тәжрибә заводы кеүек компаниялар менән иң күп килешеү төҙөлгән.

Иң кәрәкле һөнәрҙәр исемлеген мәктәпкәсә белем биреү педагогы, педагог-дефектолог, веб-дизайн буйынса белгес, бизнес-аналитик, социаль хеҙмәткәр, персоналға идара итеүсе белгес, фармацевт, бухгалтер кеүек профессиялар аса. Республикала бөтәһе 1,5 меңдән ашыу белем биреү программаһы бар. Уҡыуҙар халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре тарафынан федераль бюджет иҫәбенә ойошторола.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/302285

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/302285

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас