

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың Дим районындағы Сағыу биҫтәһе әүҙем үҫә. Йыл һайын бында өр-яңы торлаҡ кварталдары сафҡа инә, социаль объекттар төҙөлә. Әле биҫтәлә 9500-гә яҡын кеше йәшәй.
Бөгөн бында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектына ярашлы, юл һалына, инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелә. Йыл аҙағына тиклем Сағыу биҫтәһендә 2,5 километрлыҡ юл төҙөү күҙаллана. Яңыртылған объекттар исемлегенә Архитектор Кәлимуллин урамы, Кустарев урамының яр буйы, Акварель, Евгений Столяров урамдары, Сағыу бульвары, шулай уҡ атамаһыҙ урамдар, квартал араһындағы юлдар инә.
Әле объекттарҙа яуым-төшөм өсөн канализация эшләнә, бордюр таштары ҡуйыла, тротуарҙар, велосипед юлдары һалына, асфальт түшәлә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/302071