

Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларының халыҡты хеҙмәтләндереү йәһәтенән мөмкинлектәрен киңәйтеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп бурыстарының береһен тәшкил итә.
Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Борайҙа күсмә стоматология модуле эшләй башланы. 22 – 26 августа теш табибы-терапевт, стоматолог-хирург ингән Республика стоматология поликлиникаһы табиптары бригадаһы иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем халыҡты ҡабул итә.
Яңы күсмә комплекста белгестәр өсөн дә, һаулығын тикшертергә килгән кешеләр өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Салонда сират көтөү урыны бар, теш табибы һәм шәфҡәт туташы кабинеты йыһазландырылған. Юғары сифатлы ҡорамал шунда уҡ стоматология ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Әйткәндәй, модуль үҙәк район дауаханаһы ихатаһында урынлашҡан. Пациенттар коронавирусҡа ҡаршы барлыҡ санитария-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәп ҡабул ителә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/303361
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/303361