

Йөрәк - ҡан тамырҙары сирҙәре беренселекте бирмәй әлегә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, был сирҙәрҙе диагностикалау һәм дауалау буйынса ҙур эштәр башҡарыла, яңы технологиялар алына. Күптән түгел “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Тәтешле үҙәк район дауаханаһы пациенттарға мониторинг үткәреү өсөн алты электрокардиографик модулле система алды.
Телемедицина электрокардиографы электрокардиограмма тикшереүҙәрен электрон почта аша ебәреү һәләтенә эйә. Ашығыс ярҙам машинаһында барғанда ла пациенттың кардиограммаһын алып, консультация өсөн белгестәргә ебәреү мөмкинлеге бар. Был пациенттарға квалификациялы ярҙамды тиҙләтәсәк. Электрокардиографияларҙың һанлы яҙмаларын мәғлүмәт базаһында һаҡларға мөмкин.
–Дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү пациенттар өсөн мөһим. Хәҙер диагностика һәм дауалау сифаты тағы ла яҡшырасаҡ,– ти Тәтешле үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Шәңгәрәев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.