Милли проекттар
23 Август 2022, 12:45

Төп ҡағиҙә – тотороҡлолоҡ һәм сифат

“ПластСтер” йәмғиәте ошо йүнәлештә 15 йылдан ашыу эшләй

Төп ҡағиҙә – тотороҡлолоҡ һәм сифатТөп ҡағиҙә – тотороҡлолоҡ һәм сифат
Төп ҡағиҙә – тотороҡлолоҡ һәм сифат

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) төп бурысын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ етәкселеге ҡала предприятиеларын даими тикшерә.

Ошо көндәрҙә хакимиәт башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Артур Әсәҙуллин тарттырылған түшәмдәрҙе монтажлау өсөн комплектлау өлөштәрен етештереү менән шөғөлләнгән йүнсел менән аралашты. “ПластСтер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Сергей Смердов бизнес-шерифты предприятие менән таныштырҙы, технологик ғәмәлдәрҙе күрһәтте, етештереүҙе арттырыу буйынса пландары менән уртаҡлашты.

Әйткәндәй, “ПластСтер” йәмғиәте ошо йүнәлештә 15 йылдан ашыу эшләй. Компанияның төп ҡағиҙәһе: тотороҡлолоҡ һәм сифат. Ул даими рәүештә матди-техник базаһын, станоктар паркын яңырта, эшселәренең белемен камиллаштыра. Предприятие яҡтыртҡыстар һәм люстралар өсөн платформалар, протектор термоҡулсалары, термоквадраттар, торбалар өсөн айырғыстар сығарыу менән шөғөлләнә. Проектлау-конструкторлыҡ бүлеге һәм инструменталь цех яңы продукцияның баҙарға сығыуын тиҙләтә, импортты алмаштырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/303113

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/303113

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас