

"Точки кипения Хай-Тек" һәм “Рационализаторлыҡ нөктәләре” корпоратив үҙәктәрен төҙөү өсөн заявкалар ҡабул итеү дауам итә.
Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Производительность труда") сиктәрендә “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы ("WorldSkills Russia)” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында асыла.
Был етештереү мәҙәниәте үҫешенең яңы форматы – предприятие хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт процессын ҡулайлаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә алалар.
- Бизнес өлкәһендә бөгөн яңы технологик идеялар ғына түгел, был идеяларҙы ҡулланыу процессын ҡулайлаштырыу ҙа мөһим. Был мәсьәләлә предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәре тәҡдимдәренә лә иғтибар булырға тейеш. Шуға күрә, төбәктең предприятиелары етәкселәренә рационализаторлыҡтың корпоратив үҙәктәрен асыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, - тигән фекерен белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисаи үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
"Точка кипения Хай-Тек" бер нисә эш йүнәлешен үҙ эсенә ала: корпоратив рационализаторлығы, технологик һәм сәнәғәт, партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, стартап идеяларын һәм әҙер технологик ҡарарҙарҙы ғәмәлгә индереү.
Рационализаторлыҡ нөктәләре рационализаторлыҡ процессына хеҙмәткәрҙәрҙе күпләп йәлеп итеүҙе, рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге алымдарына төшөндөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бындай нөктәләр шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу, эксперт сессиялары ярҙамын алыу мөмкинселеген бирә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан