Милли проекттар
25 Август 2022, 10:15

Еңеү майҙаны ла, ихаталар ҙа яңыра

Эште октябрь аҙағына тамамлау куҙаллана

Еңеү майҙаны ла, ихаталар ҙа яңыраЕңеү майҙаны ла, ихаталар ҙа яңыра
Еңеү майҙаны ла, ихаталар ҙа яңыра

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың Еңеү майҙанында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендәге “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара.

Мәғлүм булыуынса, майҙанды ғына түгел, уның эргәһендәге биләмәне лә үҙгәртеп ҡороу ғәмәлдәре тормошҡа ашырыла: былтыр уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан биләмә күҙгә күренеп йәмләнә, “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы Еңеүҙең 40 йыллығы урамындағы 15, 17-се һәм 19-сы йорттарҙың ихаталары ремонтлана.

“Межгорьеның Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендәге Сәскә урамындағы һәм Мәктәп тыҡрығындағы 6-сы йорттарҙың ихаталары ла ошо программала ҡатнаша. Бөтә проекттар урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып төҙөлдө. Урамдарҙа һәм майҙанда төҙөкләндереү эштәрен быйыл октябрь аҙағына тамамлау куҙаллана”, – тине Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы Вячеслав Калугин.

Әйткәндәй, ҡалала “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу киләһе йылда ла дауам итәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/304221

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/304221

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас