

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәртәбәле федераль форумда ҡатнашыу өсөн теркәү 1 октябргә тиклем дауам итә.
Бының өсөн сара сайтында ғариза бирергә кәрәк. Компания вәкилдәренең производительность.рф порталында иҫәп яҙмалары булған осраҡта, улар ябайлаштырылған теркәү үтә ала.
IV “Етештереү 360” федераль форумы Сочи ҡалаһында 14 октябрҙә уҙғарыласаҡ. Унда меңдән ашыу ҡатнашыусы – власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусылары йыйыласаҡ тип күҙаллана. Улар бизнестың һөҙөмтәлелеген күтәреү, һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Форумда ҡатнашыусы предприятиеларға яңы баҙарға сығыу, импортты алмаштырыу, кооперация сылбырын булдырыу кеүек мәсьәләләрҙә квалификациялы ярҙам күрһәтеләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан