Милли проекттар
26 Август 2022, 05:30

Ипотекаға торлаҡ алам, тиһәгеҙ...

Күптән түгел ипотекаға торлаҡ алыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйылды.

Ипотекаға торлаҡ алам, тиһәгеҙ...Ипотекаға торлаҡ алам, тиһәгеҙ...
Ипотекаға торлаҡ алам, тиһәгеҙ...

Илдең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Никита Стасишин Өфөгә эш сәфәрендә төҙөлгән “Тәбиғәт ҡалаһы” торлаҡ комплексын ҡараны. Ул проект концепцияһына юғары баһа бирҙе.

“Президенттың 2030 йылға 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тигән күрһәтмәһе бар. Бөгөн Өфөлә күрелгәндәр – биләмәләрҙе төҙөү һәм яңы сифатлы торлаҡты ойоштороу – Президент Владимир Путиндың беҙҙең алда ҡуйған бурыстарының сағылышы. Был - Өфө һәм Өфө агломерацияһы үҫешенең дөрөҫ форматы. Шуға ошондай проекттарға өҫтәмә аҡса бирергә кәрәк”, - тине Никита Стасишин.

Был проект Өфөләге иң ҙурҙарҙың береһе булмаҡсы. 2032 “Dars Development” төҙөүсеһе бер миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе планлаштыра. Биш йорт быйыл файҙаланыға тапшырыласаҡ.

Дим һәм Затон биҫтәләре араһында төҙөлгән комплекстың 2027 йылға ҡаланың үҙәге менән Ағиҙел йылғаһынан Нижегородкаға тиклем – бер өлөшөн, Дим йылғаһы аша икенсеһен төҙөү планлаштырыла.

“Өфөләге “Тәбиғәт ҡалаһы” торлаҡ комплексы - “Dars Development” өсөн мөһим проект. Унда бер миллион квадрат метр торлаҡ, өс мәктәп, дүрт балалар баҡсаһы, поликлиника һәм башҡалар төҙөү ҡаралған”, - тип белдерҙе DARS компаниялар төркөмө директорҙар советы рәйесе Дмитрий Рябов.

Әйткәндәй, ауыл ерендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн льготалы ипотека кредиты программаһының срогы хәҙер юҡ. Был хаҡтағы Ҡарарға ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Башта программа 2022 йылдың 31 декабренә тиклем булыр тип күҙалланғайны. Бындай сикләүҙәрҙе бөтөрөү ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа ипотека кредитын өс процент ташламалы ставка менән ипотека кредитын тағы ла күберәк алырға булышлыҡ итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ауыл ипотекаһы” 2020 йылдан бирелә башлағайны, ул халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Уны ер участкаһын һәм унда торлаҡ төҙөү өсөн, әҙер йортто һатып алыу өсөн алырға була. Программа ауыл ерендә һәм халҡы 30 меңдән ашмаған биләмәләрҙә тормошҡа ашырыла. Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: medium.com

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас