Милли проекттар
26 Август 2022, 06:30

“Ризыҡтары тәмле, хеҙмәткәрҙәре итәғәтле”

Стәрлетамаҡтың тарихи үҙәгендә “Эм-Джей” рестораны эшләй башланы.

“Ризыҡтары тәмле, хеҙмәткәрҙәре итәғәтле”“Ризыҡтары тәмле, хеҙмәткәрҙәре итәғәтле”
“Ризыҡтары тәмле, хеҙмәткәрҙәре итәғәтле”

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, туҡланыу өлкәһендә яңы проект тормошҡа ашырылды.

“Эм-Джей” тәбиғи ризыҡтар рестораны Стәрлетамаҡтың тарихи үҙәге Хоҙайбирҙин урамында асылды. Йүнсел Наташа Яндрич ашамлыҡтарҙы әҙерләгәндә тәбиғи аҙыҡ-түлекте генә ҡуллана һәм уларҙың сифатын даими күҙәтеп бара.

Ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ингредиенттарҙы ентекле һайлайбыҙ, бургерҙар өсөн күмәстәрҙе һәм ролдар өсөн тортильяларҙы, өҫтәмәләр ҡушмайынса, үҙебеҙ бешерәбеҙ, – тине эшҡыуар.

Стәрлетамаҡтар яңы ресторандан бик ҡәнәғәт. Уларҙың әйтеүенсә, персонал яҡшы хеҙмәтләндерә, ризыҡтары тәмле.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/304984

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/304984

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас