Милли проекттар
27 Август 2022, 12:05

"Белая река" яңы медицина продукцияһы сығара

"Белая река" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2015 йылдан Ауырғазы районының Талбазы ауылында эшләй. Эшмәкәрлек өлкәһе - бер тапҡыр ҡулланыла торған һәм туҡылмаған әйберҙәр етештереү.

"Белая река" яңы медицина продукцияһы сығара"Белая река" яңы медицина продукцияһы сығара
"Белая река" яңы медицина продукцияһы сығара

2019 йылда компания теркәү таныҡлығы алды һәм бер тапҡыр стерилләнгән медицина әйберҙәренең сертификатланған етештереүсеһе булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә стерилләнгән әйберҙәр етештереүгә документтар рәсмиләштерелә, был продукция күләме һиҙелерлек киңәйтелә.

Бында 50-нән ашыу төрлө продукция тәҡдим ителә. Продукция етештереү өсөн Рәсәй производствоһының юғары сифатлы туҡылмаған материалдары (СС, СМС, СМС, ламинатланған материалдар, ҡағыҙ материалдар һ.б.) файҙаланыла.

"Белая река" ЯСЙ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы биләмәһендә етештерелгән сәнәғәт продукцияһы етештереүселәре исемлегенә инә. Компания даими үҫештә һәм эре Рәсәй етештереүселәре, шул уҡ продукция етештереүселәре менән конкуренцияға һәләтле.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә "Белая река" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Азамат Сәйфуллиндың хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов менән онлайн-осрашыуы уҙҙы.

Фото: Ауырғазы районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас