

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы яңы биш электрокардиограф алды. Электрокардиография – йөрәк эшмәкәрлеген тикшереүҙә инвазив булмаған технология.
Электрокардиограф модулдәре ярҙамында табиптар кардиограмманы, ашығыс ярҙам машинаһында алып, консультация өсөн белгестәргә ебәрә ала.
– Элетрокардиограф модулдәрен файҙаланыу йөрәк-ҡан тамырҙарын диагностикалауҙа хаталар ебәрмәүҙе тәьмин итә. Пациенттарҙы ваҡытында эвакуацияларға, дауалауҙа дөрөҫ тактика һайларға йүнәлеш бирә, – ти дауахананың баш табибы Валерий Трофимов.
Хәҙер Дыуан районының алыҫ ауылдарында йәшәгән пациенттар ҙа сифатлы тикшереү үтә аласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.