

Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөндә “Алға, Рәсәй!” тигән автоуҙыш ойошторолдо. Уға Өфө ҡалаһының Еңеү паркында старт бирелде, ул “Патриот” хәрби-патриотик паркында тамамланды.
- Бөгөн илебеҙҙә мөһим сараны – Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнөн билдәләйбеҙ, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Дәүләт флагы беҙҙең традицион ҡиммәттәргә тоғро булыуыбыҙ тураһында һөйләй, ул беҙҙе ҙур илебеҙгә берләштерә. Беҙ беренселәрҙән булып бындай сараны “Авангард” уҡытыу-методик үҙәгендә үткәрәбеҙ, ул республикабыҙҙың уҡыусылары өсөн 1 июндә асылды.
Айбулат Хажин әйтеүенсә, бында үҫмер күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә баҫым яһала, ғөмүмән, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләнә. Был бурыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән билдәләнгән "Мәғариф" милли проектының бурыстарына һәм маҡсаттарына тура килә.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан