

Химия дәрестәре бер ваҡыт та ябай түгел, әммә шул уҡ ваҡытта бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле. Шул уҡ ваҡытта дәрестәрҙе ойоштороуҙа махсус ҡорамалдар һәм реактивтар ҙа ҙур роль уйнауын дауам итә.
Федераль кимәлдә лә быны аңлайҙар, шуға күрә тулы ҡиммәтле химия дәрестәре өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итеү "Мәғариф" милли проектының мөһим өлөшөнә әйләнде. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районының ҡайһы бер мәктәптәре эксперименталь тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн йыйылмалар алды. Бындай мөмкинлек Бекетов, Подлуб, Боҙаяҙ, Иҫке Ҡыйышҡы, Сихонкин, Иҫке Муса мәктәптәре уҡыусыларында барлыҡҡа килде. Тап ошо мәктәптәрҙә 1 сентябрҙә тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре асыласаҡ.
Шулай итеп, районда 15 “Үҫеш нөктәһе” эшләйәсәк. Эштәрҙең бындай торошо белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биреүҙән тыш, мәктәп уҡыусыларында ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм киләсәктә актуаль, кәрәкле һөнәр һайлауға йоғонто яһар, тип ышанабыҙ.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: smtl.ru