

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат ҡалаһында урам сауҙаһы нөктәләрен булдырыу дауам итә. Унда йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был урындар бөтөнләй бушлай һәм тап баҡсасылар өсөн тәғәйенләнгән. Яңы урынды Островский урамы, 69а адресы буйынса ҡуйғандар.
Сауҙа итеү майҙансыҡтарын уңайлы итеү, шул уҡ ваҡытта уларҙы рөхсәт ителмәгән сауҙа объекттарына әйләндермәү мөһим. Өҫтәүенә өләсәйҙәребеҙ биләмәлә хужабикәләр буласаҡ һәм уларҙы ҡарап торасаҡ.
Әлеге мәлдә Салауатта Островский урамындағы 82-се, Өфө урамындағы122а, Ленин урамындағы 53-сө һәм ҡала баҙарындағы (ит павильоны артындағы сауҙа урындары), шулай уҡ “Шатлыҡ” сауҙа үҙәге янындағы Ленин урамында бушлай сауҙа урындары бар.
Урам сауҙаһын төҙөкләндереү буйынса проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 майындағы 389-р һанлы бойороғон тормошҡа ашырыу, шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының продукцияһын һатыу буйынса уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында әҙерләнде. Ул баҡсасыларға, урмандан аҙыҡ-түлек йыйып һатыусыларға булышлыҡ итәсәк.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "ГорОбзор.