Милли проекттар
29 Август 2022, 09:30

4-се мәктәптә ҙур ремонт бара

Яңы уҡыу йылында был мәктәп уҡыусылары гимназияла һәм лицейҙа уҡып тора.

4-се мәктәптә ҙур ремонт бара4-се мәктәптә ҙур ремонт бара
4-се мәктәптә ҙур ремонт бара

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы, Яңауылдағы 4-се мәктәпкә капиталь ремонт яһала. Был эшкә 74 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

“Объектты 6 июндә төҙөкләндерә башланыҡ. Әле бинаның иҫке ҡыйығын һүтеү тамамланып килә, уны йылытыу эше 70 процентҡа башҡарылған. Бер үк ваҡытта стеналар йылытыла, сентябрҙә фасад плитәләрен монтажлап, ҡыйыҡ ябыуға тотонабыҙ”, – тине подряд ойошмаһы – “МеталПромГражданСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Михаил Инякин.

Ремонтты киләһе йылдың май аҙағына тамамлау күҙаллана. Әлеге уҡыу йылында был мәктәп уҡыусылары Яңауылдағы гимназияла һәм лицейҙа ваҡытлыса уҡып тора.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/306092

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/306092

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас