Милли проекттар
29 Август 2022, 08:10

Төркиә менән сауҙа әйләнеше 60,6 процентҡа артҡан

Башҡортостандың рәсми вәкиле Төркиәлә 2020 йылдан эшләй. Уның булышлығында төбәккә “Sanica Pipe” кеүек эре инвестор йәлеп ителде.

Төркиә менән сауҙа әйләнеше 60,6 процентҡа артҡанТөркиә менән сауҙа әйләнеше 60,6 процентҡа артҡан
Төркиә менән сауҙа әйләнеше 60,6 процентҡа артҡан

Алты ай һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың экспорт буйынса контрагент илдәренең тәүге унау иҫәбенә Төркиә лә ингән. Тәүге ярты йыллыҡта был илгә экспорт 68,5 процентҡа артҡан, шулай уҡ импорт буйынса ла үҫеш 5,6 процент тәшкил иткән. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Төркиәнең Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан делегацияһының быйыл октябрҙә ойоштороласаҡ Төркиәгә рәсми эш сәфәренә бағышланған осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.    

– Башҡортостан Республикаһы Төркиә Республикаһы менән эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәр булдырған. Артабан да аралашыуҙы һәм хеҙмәттәшлекте дауам итеү өсөн беҙҙең уртаҡ маҡсаттар күп. Үҙ-ара тауар әйләнеше ышаныслы үҫешә. Дөйөм алғанда, 2022 йылдың ғинуар–июнь айҙарында, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 60,6 процентҡа артты. Министрлыҡтың сит ил аппараты менән ошо йүнәлештә эште көсәйттек, ул дөйөм һөҙөмтәгә ҙур өлөш индерә башланы ла инде, – тип билдәләне Маргарита Болычева.

Осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһының һәм эшҡыуарҙарының Төркиәгә эш сәфәре программаһын ҡаранылар. Атап әйткәндә, Төркиә Президенты һәм тармаҡ министрлыҡтары менән осрашыуҙар, төрөктәргә Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтен презентациялауҙың көн тәртибе ҡаралды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың рәсми вәкиле Төркиәлә 2020 йылдан эшләй. Уның булышлығында төбәккә “Sanica Pipe” кеүек эре инвестор йәлеп ителде. Төрөк эшҡыуары республикала пластик торбалар һәм йылытыу батареялары етештереү буйынса ике завод төҙөйәсәк. Ике проект буйынса инвестициялар күләме 2,3 миллиард һум тәшкил итә, 255 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Бынан тыш, “GENESIS AGRO TRADE” компанияһы менән көнбағыштың гибрид орлоҡтарын һәм башҡа культураларҙы етештереү буйынса 142 миллион һумға торошло проект өҫтөндә эш алып барыла.

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.   

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/478101/

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас