

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһында 2020 йылдың февраленән алып “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үҙәкләштерелгән клиник- диагностика лабораторияһы эшләй. Бында бөтә Стәрлетамаҡ медицина округының медицина ойошмалары өсөн тикшереүҙәр үткәрелә.
Дауахананың баш табибы Эльвира Ғилуанова әйтеүенсә, медицина округына 65 меңдән ашыу кеше беркетелгән. Биоматериалдар аҙнаһына алты көн Салауат, Ишембай, Талбазы, Миәкә, Стәрлебаш, Красноусол, Раевка медицина ойошмаларынан килтерелә. Бының өсөн дөйөм оҙонлоғо 820 километр тәшкил иткән биш маршрут булдырылған.
Биоматериалдарҙы тикшереү барышының тулыһынса автоматлаштырылған булыуы хаталарға юл ҡуйылмауын тәьмин итә. Биоматериал һалынған һәр пробиркаға штрихкод йәбештерелә. Пробиркаларҙы сортҡа айырғандан һуң анализаторға ебәрәләр. Тикшереү барышы шулай уҡ автоматлаштырылған. Бөтә этаптар тамамланғандан һуң белгестәр һөҙөмтәләрҙе медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәгенә индерә. Мәғлүмәттәр электрон рәүештә һаҡлана, шуға күрә табип теләгән ваҡытта һөҙөмтә менән таныша ала.
Баш табип әйтеүенсә, йыл башынан лабораторияла ике миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән, көн һайын 19 меңдән ашыу анализ тикшерелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе Фәнил Билалов билдәләүенсә, Башҡортостан лаборатор хеҙмәтен үҫтереү һәм үҙгәртеп ҡороуҙың дәүләт моделе проекты тормошҡа ашырылған тәүге төбәк булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: regnum.ru