Милли проекттар
30 Август 2022, 10:15

Салауатта “Кванториум” асыла

1-се гимназия “Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе” исемлегенә ингән

Салауатта “Кванториум” асылаСалауатта “Кванториум” асыла
Салауатта “Кванториум” асыла

Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда ҡаланың 1-се гимназияһы “Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе” исемлегенә ингән. Әле гимназияның уҡыу кабинеттарында ремонт тамамланып килә. Бында “Кванториум” балалар технопаркы асыла. Ҡала бюджеты иҫәбенә капиталь ремонт яһала, махсус йыһаз һатып алынған.

Химия, биология, физика, информатика, робототехника һәм аэрогео (география һәм технология) кабинеттары берҙәм стандарҡа килтерелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы федераль ҡаҙна иҫәбенә балалар технопаркы өсөн юғары технологиялы заманса ҡорамалдар алынған.

“Мәғлүм булыуынса, “Кванториум” балаларҙың ғилми һәм ижади ҡеүәтен асырға ярҙам иткән заманса белем биреү форматын тәшкил итә. Уның нигеҙендә йәштәр тормошта уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән һәләттәрен үҫтерәсәк. Технопаркты сентябрь аҙағында рәсми асыу күҙаллана.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/306708

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/306708

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас