Милли проекттар
30 Август 2022, 05:30

Ун тапҡырға артҡан...

Лицензияларҙың артыуы эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы менән бәйле

Ун тапҡырға артҡан...Ун тапҡырға артҡан...
Ун тапҡырға артҡан...

Башҡортостанда иҫереү торошон тикшереүгә медицина ойошмаларына бирелгән яңы лицензиялар һаны ун тапҡырға артҡан.

– Берҙәм лицензиялар реестрында алкоголь, наркотик  һәм токсик иҫереү торошон тикшереүгә лицензиялары булған 96 медицина ойошмаһы теркәлгән, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Бындай медицина тикшереүе үткәреү өсөн ойошманың мотлаҡ лицензияһы булырға тейеш. Ҡанда һәм бәүелдә психоактив матдәләр булыуы һәм уларҙың кимәле белгестәр тарафынан билдәләнә. Лицензияларҙың артыуы эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы менән бәйләнгән. Хәҙер лицензияларҙы рәсмиләштереү ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған, элек бының өсөн 45 көн талап ителә ине.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: cdab.info

 

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас