

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала урам-юл селтәрен төҙөкләндереү дауам итә. Объекттарҙың күпселеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы яңыртыла. Төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына Өфөлә федераль программа буйынса, капиталды күпләп талап иткән объекттарҙан тыш, дөйөм оҙонлоғо 23 километрлыҡ 17 юл участкаһын норматив хәлгә килтереү планлаштырыла.
Ремонт барышында уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бирелә, сөнки был мәсьәлә ҡала халҡының өстән бер өлөшөнә – хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәндәргә, сабый балалары булған әсәләргә, йөклө ҡатындарға, өлкәндәргә туранан-тура ҡағыла. Урамдарҙы төҙөү, реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау буйынса проект документтарын төҙөгәндә белгестәр йыш ҡына тәү сиратта ошо төркөмгә ингән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға баҫым яһай. Мәҫәлән, урам, юл аша сыҡҡан урындарҙа, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында юлды һөҙәгәйтәләр, бордюр ташын ҡуймайҙар. Бынан тыш, ҡайһы бер юл саттарында пандустар яһайҙар. Атап әйткәндә, Өфөнөң “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тәртипкә килтерелгән Бессонов һәм Комсомол, Галле ҡалаһы һәм Комсомол, 8 Март һәм Владивосток урамдары, Һәҙиә Дәүләтшина бульвары һәм 8 Март урамы киҫелешендә яндауырлы пандустар барлыҡҡа килде.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/306254